Ҡайғы-хәсрәттән ҡотолоу доғалары

ҠАЙҒЫ-ХӘСРӘТТӘРГӘ САБЫР ИТЕП ДОҒА ҠЫЛЫУ

Пәйғәмбәребеҙҙең (ғәләйһис-сәләм) тормошо ентекләп өйрәнгәндә уның күп яфа-ғазаптар, сикһеҙ ҡайғы-хәсрәттәр кисергәнен күрәбеҙ. Ул Аллаһтың иң һуңғы пәйғәмбәре һәм һөйөклө ҡололор. Доға ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә уны шунда уҡ был яфаларҙан ҡотҡарыр ине. Беҙ юғарыла уның бындай ҡыйынлыҡтарҙы сабырлыҡ менән кисереүен күрәбеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәләм) хүммә тигән бер ауырыу менән ауырып ятҡанда, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ уның хәлен белергә килгән. Ул бер һыу һауыты һорап алған һәм, уны бер ағасҡа аҫып, аҫтына ятҡан. Ауырыуҙың тәьҫирен кәметеү өсөн һыуҙы өҫтөнә тамыҙа башлаған. Ҡатындарҙың береһе:
— Эй, Аллаһтың илсеһе, хәлең яҡшырһын өсөн, Аллаһҡа доға ҡыл, — тигән. Аллаһтың илсеһе: “Шуны онотмағыҙ, кешеләрҙең иң күп бәләгә дусар булғандары — пәйғәмбәрҙәрҙер. Башҡалар — уларҙан һуңдыр,” — тигән.
Пәйғәмбәрҙең (ғәләйһис-сәләм) сәхәбәләре араһында Үммү Зөфәр тигән бер ҡатын булған. Был ҡатын быума (эпилепсия) ауырыуы менән сирләгән. Аяҡтан ҡолағас, үҙ-үҙен белмәгән һәм өҫ-башы асылып киткән. Бер аҙҙан, һуң һушына килгәс, тәненең, күренергә тейеш булмаған (ғәүрәт) ерҙәренең, aсыҡ булыуын белеп, бик борсолған. Бер көндө ул Аллаһтың илсеһенә килеп:
— Эй, Расулуллаһ! Мин ауырыным. Ауырып ҡолағас, өҫ-башым асылып киткән. Аллаһҡа минең өсөн доға ҡыл, — тигән. Аллаһтың илсеһе:
— Теләһәң, ауырыуыңа сабыр ит, бының өсөн һиңә йәннәт булыр. Теләһәң, һиңә һаулыҡ һорап Аллаһҡа доға ҡылам, — тигән. Быға ҡатын:
—Ауырыуға сабыр итәм. Ләкин ауырығанда тәнем асылмаһын өсөн, Аллаһҡа доға ҡыл, — тигән.
Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәләм) доға ҡылған һәм ҡатын ошо ауырыу менән ауырығанда өҫтө-башы асылмай торған булған. Бәлки, шуның өсөндөр Ибне Ғәббәс был ҡатынды йәннәткә инәсәк ҡатын тип танытҡан.
Юғарыла һөйләп уҙған ваҡиғаларҙан күренгәнсә, Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәләм) һәр осраҡта ла, Аллаһҡа шундай уҡ доға ҡылып, килеп сыҡҡан хәлдәрҙе еңел генә хәл итеү юлына баҫмаған, ә мәсьәләне үҙ ағымына ҡалдыра торған булған. Тағы ла асығырак итеп әйтһәк, донъяуи юҡ-бар мәнфәғәттәр өсөн доға ҡылмаған. Ғәҙәттә уның доғалары бөйөк һәм Әхирәткә йүнәлгән эштәр өсөн булған.
Шулай ҙа ауырлыҡтарҙан ҡотолоу өсөн доға ҡылыуҙы рөхсәт иткән үә ҡайһы саҡтарҙа ҡылған да.
لا تعجزوا عن الدعاء فإنه لن يهلك مع الدعاء أحد
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Доға ҡылырға йыбанмағыҙ. Дөрөҫлөктә доға бер ҡасан да хужаһын һәләкәткә илтмәҫ.” Даими доғала булғандар төрлө фажиғәләрҙән имен булырҙар, ин шә Аллаһ.
عن أبى هريرة ادعو الله و أنتم موقنون بالإجابة،
وإن الله تعالى لا يقبل دعاء من قلب غافل لاه
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә әйткән: “Доға ҡылһағыҙ, уның ҡабул булыуына ышанып ҡылығыҙ. Аллаһ ғафил йөрәктән сыҡҡан доғаны ҡабул итмәй”. “Йә Раббым! Теләһәң, ҡабул ит”, тип доға ҡылырға ярамай — был мәкрүһ була. Ни һорағаныңды белеп, асыҡ рәүештә һорарға кәрәк.
ما كان الله ليفتح على عبد باب الدعاء ويغلق عنه باب الإجابة
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм тағы ла бер хәҙисендә әйткән: “Әгәр Аллаһ ҡолона доға ҡылырға форсат биргән икән, ҡабул итеү ишеген дә япмаҫ”. Аллаһ Тәғәлә кешегә доға ҡылырға насип иткән икән – был үҙе ҙур ниғмәт. Доға ҡылыуы менән кеше Раббыһын таный. Ә был Әхирәттә ожмахҡа илткән ҙур ниғмәт булып тора.Ҡайһы осраҡтарҙа Аллаһ шундуҡ доғаны ҡабул итмәүҙең сәбәбе – Уның һөйөүе булып тора. Бәлки Аллаһ Тәғәлә ауырлыҡтар биреп, беҙҙең доғаларыбыҙҙы ишетергә теләйҙер…
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән:
إن العبد إذا دعا ربه وهو يحبه قال يا جبريل لا تعجل بقضاء حاجة عبدى فإنى أحب أن اسمع صوته
“Дөрөҫлөктә, Аллаһ яратҡан ҡолоноң доғаһын ишеткәс: “Ябраил! Был ҡоломдоң доғаһына яуап итеп шундуҡ хәжәтен үтәмә. Мин уның доғаһын һөйәм (тағы ла ишетергә теләйем).””
Әгәр һеҙгә ауырлыҡтарҙы башҡа кеше ҡылһа, бының тураһында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (ғәләйһис-сәләм) хәҙисендә былай тигән: «Өс төрлө кешенең доғаһы ҡабул булыр: мазлумдың (йәбер-золом күргәндәрҙең) залимға ҡарата, мосафирҙың һәм ата-әсәнең балаларына ҡарата ҡылған доғалары». Доғаһы ҡабул булғандарҙан береһенә Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәләм) былай тип мөрәжәғәт иткән: «Эй, Муғәз! Мазлумдың доғаһынан һаҡлан, сөнки уның менән Аллаһ араһында доғаһының ҡабул булыуына кәртә булырлыҡ пәрҙә юҡтыр».
«Өс кешенең доғаһы кире ҡайтарылмаҫ: ауыҙ асыуға ҡәҙәр ураҙа тотоусының, ғәҙел хөкөм итеүсе дәүләт башлығының, золомга осраған кешенең. Аллаһ быларҙың доғаларын болоттар өҫтөнә сығарыр, күк ҡабаҡтарын асыр һәм шулай тиер: «Дан һәм ғиззәтем менән ант итәм, бер заман һуң булһа ла һиңә ярҙам итермен».
Был хәҙистәрҙең, һәр береһендә мазлумдарҙың доғалары ҡабул буласағы тураһында әйтелә. Золом ислам диненең һис бер шартына тура килмәгән һәм бер ваҡытта ла хупланмаған, киреһенсә, ҙур гонаһтарҙан һаналған. Шул сәбәпле булһа кәрәк, хәҙистәрҙә мазлум доғаһының ҡабул булыуы хаҡында күп һөйләнә.
Аллаһы Тәғәлә бер ҡудси хәҙистә шулай тигән: «Эй, ҡолдарым! Белегеҙ, Мин Үҙемә золом-йәберҙе харам иттем. Уны һеҙгә лә харам ҡылдым, шулай булгас, бер-берегеҙгә золом итмәгеҙ».
Ниндәй генә ауырлыҡ килһә лә Аллаһ Тәғәләгә тәүәккәл ҡылырға кәрәк.
حسبي الله لا إله إلا هو عليه توكلت وهو رب العرش العظيم
Хәсбийәллааһү ләә ләә иләәһә илләә һүвә ғәләйһи тәүәккәлтү үә һүвә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. — 7 тапҡыр
(Аллаһ миңә етәрлек, Унан башҡа илаһ юҡ, Уға ғына тәүәккәл иттем, һәм Ул — бөйөк тәхетенең Раббыһы.) Иртән һәм кисен 7 тапҡыр уҡыла.
اللهم إني أسألك العفو والعافية و في الدنيا والآخرة. اللهم إني أسألك العفو والعافية في ديني، ودنياي، وأهلي، ومالي، اللهم استر عوراتي وآمن روعاتي، اللهم احفظني من بين يديَّ، ومن خلفي، وعن يميني، وعن شمالي، ومن فوقي، وأعوذ بعظمتك أن أغتال من تحتي
Аллааһүммә иннии әс´әлүкәл-ғәфүә үәл-ғәәфийәтә фид-дүнйә үәл-әәхыраһ. Аллааһүммә иннии әс´әлүкәл-ғәфүә үәл-ғәәфийәтә фии диинии үә дүнйәәйә үә әһлии үә мәәлии. Аллааһүммәстүр ғәүраатии үә әәмин рауғәәтии. Аллааһүммә-хфәҙнии мин бәйни йәдәййә үә мин халфии үә ғән йәмиинии үә ғән шимәәлии үә мин фәүҡии, үә әғүүҙү биғәҙамәтикә ән үғтәәлә мин тәхтии.
(Аллаһым! Һинән был донъяла һәм әхирәттә ғәфү итеүеңде һәм именлегеңде һорайым. Аллаһым! Һинән динем, донъям, яҡындарым һәм мал-мөлкәтем менән бәйле эштәремдә ғәфү итеүеңде һәм именлек һорайым. Аллаһым! Ғәүрәтемде ҡапла (оятлы итмә) һәм иманымды һаҡла. Аллаһым! Мине алдан да, арттан да, уң яҡтан да, һул яҡтан да һәм өҫтән дә һаҡла. Һинең бөйөклөгөңә хыянатсыл үлтерелеүемдән һыйынам.)

Календари на 2020 год

Вышли настенные календари на башкирском языке на 2020 год в форматах А-3 и А-2. Спрашивайте в мусульманских магазинах.

Конкурс чтецов Корана в Ишимбайском мухтасибате

14.07.2019 В мечети деревни Янурусово прошла очередной конкурс чтецов Корана по Ишимбайскому району. В мероприятии приняли участие более 200 человек. Конкурс проводился для детей от 7 до 11 лет, от 12 до 16 лет и по чтению азана. Все участники конкурса получили памятные подарки. На первое место получили велосипеды, на второе место смартфоны, на третье место Коран. Первое место в номинации до 11 лет получила Дильмухаметова Марьям, второе место Тайбулина Марьям и третье место Иванова Аделя. Первое место в номинации от 12 до 16 лет получил Хайбуллин Ахмад, второе место — Юсупов Али и третье место — Абдуллин Ислам. По азану первое место получил Хафизов Сулейман, второе место — Сарбулатов Сулейман и третье место — Икрамов Амир. Особо отличились Нигматуллин Сулейман, Ахметзянов Захир, Тайбулдина Амина и Губайдулина Ильнара. На конкурс приехали более десяти имам хатыйбов района, имам мухтасиб Гафурийского района, преподаватель из РИУ (Уфа), преподаватель из КИК (Казань) также имамы из Стерлитамакского и Мелеузовского районов и городов Ишимбай и Салават.

Read the rest of this entry »

Источники благословения

В брошюре «Источники благословения», которую вышла в издательстве»Дагват» объясняется про баракят от Всевышнего и его виды. Надеемся что вам будет интересно.

Авыруларны дәвалау китабы

Йөрәк (күңел) чирләреннән дәвалану

Аллаһы Тәгалә “Йунус” сүрәсенең 57-нче аятендә әйтә:  “И, адәм балалары, Раббыгыздан сезгә вәгазь итеп вә күңелләрегездәге булган чирләрдән шифа итеп һәм иманлы бәндәләр­не рәхмәткә вә һидаятькә ирештерә торган нәрсәләрне җибәр­дек Без”.

Read the rest of this entry »

Лоҡман хәкимдең хикмәттәре

Готовится к выпуску новая книга — «Мудрость Лукман хакима» на башкирском языке. Автор книги Юсуф Хаттар Мухаммад. Перевела ее с русского языка Зилия Кужакбакова. В книге много выражений мудреца Лукмана хакима, которые очень интересны для всех.

Read the rest of this entry »

Собрание имамов Ишимбайского района

27.06.2019 В мечети деревни Кинзябулатово состоялась собрание имамов Ишимбайского мухтасибата, где участвовали около 20 имамов. В собрании обсуждали актуальные для имамов вопросы. Имам-мухтасиб раздал имамам книги и тетради для делопроизводства. Обсуждали предстоящей конкурс чтецов Корана, который будет 14 июля. Также выступили имамы с разными предложениями. После обеденного намаза и обеда имамы разошлись.

Read the rest of this entry »

Балаларға әҙәп ҡағиҙәләре

Вышла брошюра «Правило поведения для детей» на башкирском языке. Благовоспинонность детей — очень важно для каждого родителя. Невоспитанные дети являются проблемой века. С этим можно справиться только религиозным воспитанием. Только законы Всевышнего могут влиять на формирование характера человека. Уверовав преступники становятся кроткими, изменяются до неузнаваемости. Исламское воспитание — мощное оружие против душевной грязи. Чем раньше человек начинает использовать ее, тем тем меньше проблем будет с детьми.

Read the rest of this entry »

Вышел мусульманский календарь на башкирском языке

В нашем издательстве вышел мусульманский календарь на башкирском языке — Башҡорт мосолман калҽндары на 2020 год. В этой книге отражены насущные вопросы мусульман республики Башкортостан. Приведены решения шариатских вопросов касающихся нынешних мусульман. Надеемся что вам будет полезно и вы помолитесь за всех кто участвовал в распространении этой книги.

Read the rest of this entry »

Тәүбә ҡылыу тәртибе

Выходит книга на башкирском языке- «Молитвы покаяния», где приведены условия принятия покаяния и некоторые образцы молитв. Каждый человек грешен и только благоразумный человек старается добиться прощения Всевышнего. Ведь гневя Аллаха человек подвергается мучениям этой жизни и после смерти. Необходимо ежедневно просить у Аллаха прощения и этого не будет достаточно. Надо знать как это делать, когда лучше. Эта книга поможет таким людям.

Read the rest of this entry »

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2019 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.