Книги на башкирском языке
Скачивайте в разделе : Книги для скачивания
Первый смысловой перевод Корана на башкирском языке. Выпущена нашим издательством 2005 году. Отличается тем, что написан на современном башкирском языке. При переводе мы учитывали правильность смыслов, а не подстрочный перевод. Очень удобен для тех, кто первый раз сталкивается с Кораном. Электронный вариант Корана и других наших книг можно скачать в нашем сайте, в разделе: Книги для скачивания.
Надеемся, что эта книга поможет Вам понять Ислам и принесет пользу. Если обнаружиться грамматические ошибки, надеемся на понимание. Спрашивайте в мечетях и специализированных магазинах по продаже мусульманской литературы! Для оптовой покупки можете звонить по телефонам: 8-903-311-80-53 или 8-937-30-33-734.
********************************************************************************************************************************************
Автор: Хафизов Ильшат. А-6 формата, 32 страницы. Спрашивайте в мечетях.
Күҙ тейеүҙе хаҡ тип белеү Расулуллаһ ғәләйһис-сәләмдең сөннәтенән. Сөнки Расулуллаһ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Әл-ғәйнү хаҡҡун», йәғни күҙ тейеү хаҡтыр. (Сахих Бохари Әбү Һурайранан риүәйәт ителә).
Расулуллаһ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Әгәр тәҡдирҙе уҙыусы башҡа эш булһа ине, тәҡдирҙе күҙ тейеү уҙыр ине». Үммү Сәләмәнән: Расулуллаһ ғәләйһис-сәләм йөҙөндә һарылыҡ эҙе булған ҡыҙ баланы күреп әйтте: «Был ҡыҙ баланы өшкөрөгөҙ, уға күҙ тейгән» (Бохари, Мөслим).
«Расулуллаһ ғәләйһис-сәләм күҙ тейҙереүсегә тәһәрәт алырға һәм шул һыу менән күҙ тейгән кешегә йыуынырға ҡуша ине»
(Әбү Дауыд, Мөслим, Тирмизи).
Күҙ тейҙереүсе билгеле булмағанда доғалар менән өшкөрәләр. Түбәндә килтерелгән аят һәм доғаларҙы 7-шәр тапҡыр уҡып күҙ тейгән кешене өшкөрөргә кәрәк.
********************************************************************************************************************************************
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим
Мөхтәрәм шоферҙар һәм башҡа транспортта йөрөтөүселәр!
Берәй алыҫ йәки яҡын юлға сығып китәһегеҙме, ул ваҡытта хәйер-фатихаһыҙ һәм доғаһыҙ үҙеңде тыныс һәм бәхетле итеп тойоу, әлбиттә, мөмкин түгелдер. Шуны иҫәпкә алып, «Дәғүәт» нәшриәте, ҡәҙерле шоферҙарыбыҙ һәм башҡа транспорт йөрөтөүселәр өсөн, махсус доғалар китабы сығарҙы.
********************************************************************************************************************************************

Автор: Хафизов Ильшат. 368 страниц. «Издательство Дагват».
Ежегодный мусульманский календарь с точным временем намазов на города Башкортостана и Челябинска. Отличается с большим количеством молитв и хадисов. Каждая статья отражает насущные вопросы нашего народа.Приводится подробное время намазов для городов Уфы, Ишимбай, Стерлитамак, Сибай, Белорецк, Челябинск и Магнитогорск.
********************************************************************************************************************************************
Составитель: Хафизов Ильшат. 96 страниц. Издательство «Дагват».
Мөхтәрәм мосолмандар, һеҙгә Ҡөрьән-кәримдәге иң мәшһүр үә фазыйләтле булған сүрәләр үә аяттарҙы тәҡдим итәбеҙ. Транскрипция төҙөгәндә хаталар китһә Алаһтан ғәфү үтенәбеҙ, үә һеҙҙең аңлауығыҙға өмөт бағлайбыҙ. Мөхтәрәм мосолмандар, һеҙгә Ҡөрьән-кәримдәге иң мәшһүр үә фазыйләтле булған сүрәләр үә аяттарҙы тәҡдим итәбеҙ. Транскрипция төҙөгәндә хаталар китһә Алаһтан ғәфү үтенәбеҙ, үә һеҙҙең аңлауығыҙға өмөт бағлайбыҙ.
********************************************************************************************************************************************

Автор: Рашида Исхакый. 40 страниц. Издательство «Дагват». Самоучитель намазу с иллюстрациями.
Был китап махсус рәүештә еңел ысул менән сығарылды. Китапты уҡып үҙаллы намаҙға өйрәнмәк өсөн. Намаҙ тураһында китаптар күп, ләкин бындай сифатлы итеп, төçлө фоторәсемдәр менән беренсе тапҡыр сыҡты.
Ҡиәмәт көнендә иң әүүәле һораласаҡ ғәмәлебеҙ – ул намаҙ. Намаҙ – диндең терәге, мөъминдең нуры. Намаҙ уҡыған кешенең күңеле тыныс, доғаһы ҡабул, ризығында бәрәкәт һәм тәнендә сәләмәтлек булыр.
********************************************************************************************************************************************
Ответственный за выпуск: Хафизов Ильшат. 32 страницы. Издательство «Дагват»
Доға— ”һорау, ялбарыу” тигән һүҙ.
Доғаның ҡабул булыуы өсөн доға ҡылыусы кешенең ашаған һәм эскән нәмәһе, өҫтөнә кейгән кейемдәре хәләл, пак(таҙа) булырға тейешлелер. Бының тураһында Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләм: ”Харамдан (харам—салғанда Аллаһ исеме зикер ителмәйенсә салынған хайуан ите (“бисмилләәһи, Аллааһү әкбәр” тип), йыртҡыс хайуандарының ите, сусҡа ите һәм майҙары, колбасалары, араҡы, иҫерткес эсемлектәр һәм башҡалар) эсенә берәй нәмә кергән кешенең 40 көнгәсә доғаһы ҡабул булмаҫ”,- тигән.
“Доға— ғибәҙәттең елегелер”.
Доға—ҡылыусы кеше доғаһын ысын күңеле менән, доғаһының ҡабул булыуына шик тотмайынса ҡылырға тейешлелер. Бының тураһында Ибн Ғәббәс хәҙрәттәре Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләмдән күсерҙе:” Доға ҡылаһығыҙ икән Аллаһ Тәғәләгә, доғағыҙҙың ҡабулыулығында шик-шөбһәһеҙ булығыҙ, ысын ниәт менән ышанып доға ҡылһағыҙ, доғағыҙ ҡабул булыр”.
********************************************************************************************************************************************

Составитель: Хафизов Ильшат. 48 страниц. Издательство «Дагват».
Донъяла күпме табиптар булмаһын, рухи ауырыуҙарҙы дауалау ысулын таба алмағандар. Ләкин өшкөрөп, ғәжәеп рәүештә шифаланыу осраҡтары күп. Ҡөрьән уҡыу һәр кешегә лә шифа ғына бирә. Әгәр кеше Ҡөрьәнде тыңлай алмаһа, сихырланыу булыуы мөмкин. Был китапта Ҡөрьән менән дауаланыу ысулдары килтерҙек.
Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтә: «Әйт, эй Мөхәммәд, Ҡөрьән Кәрим—ул иман килтергән кешеләр өсөн һиҙәйәт һәм шифа».
Әлбиттә, сихыр хаҡ. Ул Сөләймән пәйғәмбәр заманынан донъяға таралған. Кешеләрҙе ауыртыу, уларҙы үлтереү, ир менән ҡатын араһын айырыу һәм башҡа иң боҙоҡ ғәмәлдәргә лә көсө етә торған ҡара көс. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә уны Әҙәм балаларын һынар өсөн яратҡан.
Әлбиттә, сихыр хаҡ. Ул Сөләймән пәйғәмбәр заманынан донъяға таралған. Кешеләрҙе ауыртыу, уларҙы үлтереү, ир менән ҡатын араһын айырыу һәм башҡа иң боҙоҡ ғәмәлдәргә лә көсө етә торған ҡара көс. Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә уны Әҙәм балаларын һынар өсөн яратҡан.
********************************************************************************************************************************************
Автор: Каййум Насыри. Подготовил к печати: Хафизов Ильшат. 42 страницы. Издательство «Дагват». Перевод старотюркского языка.
Тәрбиә ҡылмаҡ үә фәҡәт ашатып-эсереп үҫтермәк мәғәнәһендә генә түгелдер, бәлки баланың холҡон, фиғелен төҙәтмәк, үә хайуандан сығарып, инсаниәт дәрәжәһенә килтермәк, өйрәтмәк, үә уҡытмаҡ, үә әҙәп нигеҙе бирмәк мәғәнәһендәлер. Ошо китапта зикер ҡылынасаҡ хикәйәттәр, вәғәздәр үә нәсихәттәр һәммәһе, үә был рисаләттең һәр бер кәлимәһе — бер тәрбиәлер. Был китап революцияға тиклем сығарылған булғанға күрә тел байлығы менән айырылып тора. Шул сәбәптән авторҙың һөйләмдәрен үҙгәрмәнек, ҡайһы урындарына аңлатма ғына биреп киттек.
************************************************************************************************************
Ответственный за выпуск: Хафизов Ильшат. 18 страниц.
Ошо имтихан донъяһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кем дә хаталарҙан азат түгел. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын хаталары менән бергә бар иткән. Әммә мосолман Хоҙай Тәғәлә уның барса уйҙарын һәм ғәмәлдәрен күреп тороуон белә. Шуның өсөн хаталанһа, Раббыһына тәүбә истиғфар ҡылырға ашыға.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: “Әҙәм балаһының һәммәһе хаталаныр. Хата эшләүсенең иң хәйерлеһе тәүбә-истиғфар ҡылыусылыр,”- тип әйтте.
Тәүбә-хатанан, гонаһтан ҡайтыу, ҡылынған гонаһтар өсөн Аллаһтан ғәфү һорау. Тәүбә итеү мосолмандарға фарыз ҡылынған. Ҡөрьән Кәримдә (,,Тәхрим” сүрәһе, 8-се аят): ,,Эй, иман килтергән бәндәләрем, Аллаһҡа тәүбә итегеҙ, ысын ихлас менән,”- тип әйтелә.
Тәүбә әҙәм балаһының күңелен гонаһтарҙан сафландыра, уға ҡотолоу алып килә. Тәүбә иткән кеше йәнен нур эсенә һалыр, йөрәгендә тыныслыҡ табыр, Аллаһ Тәғәләгә яҡынайыр. Хоҙай Тәғәләнең рәхмәте киң. Ул әҙәм балаларына миһырбанлы, уларҙы ғәфү итер өсөн һәр ваҡыт әҙер. Әммә тәүбәне һуңға ҡалдырыу дөрөҫ түгел, сөнки әжәлдең кешегә ҡайсан киләсәген бер кем дә белмәй.
********************************************************************************************************************************************

Составитель: Хафизов Ильшат. 28 страниц. Издательство «Дагват».
Һеҙгә Ҡөрьән аяттарының фәзыләттәре китабын тәҡдим итәбеҙ. Әгәр берәй мәжлестә башҡа бер аят уҡылһа, дөрөҫ түгел тигән һүҙ түгел, мәгәр ошо тәртиптә булһа сауаплыраҡ булыр. Ҡөрьән тулыһынса шифа һәм уны ҡайһы аятын уҡыһаң да сауаплы булыр. Ниндәй ниәт менән уҡылһа шуға килешер: өшкөрөү ниәте менән булһа – шифа табырһың, мәрхүмдәргә сауабы булһын тип уҡыһаң сауабы булыр, ин шәә Аллаһ.
****************************************************************************************************
Кеше гонаһаһыз булмай. Һәр вакыт гонаһ кыла. Шул сәбәпле был донъяла ла әхирәттә лә яман тормош була. Был китапта нисек тәүбәгә килергә, уның фәзыйләте тураһында язылган. Шулай ук истигфар догалары өйрәтелгән.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм тәүбә хаҡында:
«Эй, әҙәм балалары, Аллаһҡа тәүбә-истиғфәр ҡылығыҙ, дөрөҫлөктә, мин Уға һәр көндө йөҙ тапҡыр тәүбә ҡылам». (Мөслим риүәйәте).
«Әгәр ҙә истиғфәрҙе (“әстәғфируллаһ” тип) күп ҡылырға көсөгөҙҙән килһә – ҡылығыҙ! Сөнки, Аллаһ Тәғәлә ҡаршында, истиғфәрҙән башҡа уттан ҡотолдора торған һәм һөйөклөрәк нимә юҡтыр». ( Тирмизи риүәйәте).
Ғәйшә радыяллаһү ғәнһә әйтте: Аллаһтың илсеһе әйтте:» Әгәр ҙә гонаһҡа ирешһәң, Аллаһ Тәғәләгә истиғфәр һәм тәүбә ҡыл, дөрөҫлөктә, гонаһтан тәүбә ҡылыу – ул ҡылған гонаһыңа үкенеү һәм истиғфәр итеү». (Бохари, Мөслим риүәйәте).
Әбү Һурайранан (радыяллаһү ғәнһү) риүәйәт ҡылынды: Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте:» Дөрөҫлөктә, Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә бер ҡолдо йәннәттә юғары дәрәжәләргә ирештерер.Ул ҡол әйтер икән:»Эй, Раббым! Ни өсөн шундай оло дәрәжәләргә ирештем?» Аллаһ Ғәззә үә Жәллә әйтер:» Шундай оло дәрәжәләргә һинең хаҡында балаңдың истиғфәре бәрәкәтендә ирештең». ( Әхмәд риүәйәте).
Ғосман бин Ғәффән радыяллаһү ғәнһү әйтте:» Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм берәй мәйетте дәфен ҡылғандан һуң уның ҡәбере янына баҫып әйтә ине:»Ҡәрҙәшегеҙ өсөн истиғфәр ҡылығыҙ һәм уның өсөн Аллаһ Тәғәләнән фәрештәләрҙең һорауҙарына ныҡлы дөрөҫ яуаптар бирһен тип һорағыҙ. Дөрөҫлөктә, ул хәҙер һораласаҡ». ( Әб Дауыд риүәйәте).
«Кем истиғфәрҙе күп әйтә, Аллаһ Тәғәлә ул кешегә төрлө ауырлыҡтарҙан ҡотҡара торған юлды күрһәтер һәм дә ул кешене Аллаһ Тәғәлә хисапһыҙ ризыҡландырыр». (Әбү Дауыд риүәйәте).
56 страниц на офсетной бумаге.
****************************************************************************************************

Әбү Хәнифә заманында Ираҡта бик күп төрлө аҙашҡан ағымдар, секталар бар ине. Шуның сәбәпле башта Әбү Хәнифә бәхәс ғилеменә бик ҙур әһәмиәт бирҙе. Төрлө ағымдар менән уларҙың аҙашыуҙарын уларға аңлатыр өсөн бәхәсләшеп йөрөнө. Имамыбыҙҙың тормошондағы бына шул осоро тураһында төрлө риүәйәттәр ишетеп була. Бик мәшһүр риүәйәттәренең береһе Имамыбыҙҙың бала сағында бәхәстә халыҡ алдында бер атеисты еңеүе тураһында һөйләй.
Был ғилем (бәхәс) ҡыҙыҡлы һәм мөһим булһа ла, бик күп осраҡтарҙа бәхәстә еңелгән кеше үҙ фекерендә ҡала. Шуның өсөн был ғилемдең башҡаларға ҡарағанда файҙаһы әҙерәк. Шуның сәбәпле бәхәс ғилемендә оло дәрәжәгә ирешкәндән һуң бөйөк ғалимыбыҙ файҙалыраҡ ғилемде ала башлай.
********************************************************************************************************************************************
Готовится к выпуску. На стадии проверки грамматических ошибок.

