Заседание совета Ишимбайского района четвёртого созыва

26.02.2019 Состоялся заседание совета Ишимбайского района четвёртого созыва. В заседании участвовали депутаты Ишимбайского района и главы организаций. Начал заседание Агафонов О. М. Далее с отчётом о проделанных работ выступил Гайсин Марат Хусаинович. Далее выступил и. о. заместитель министра здравоохранения Забелин Максим Васильевич. Далее перед депутатами поставили вопрос о досрочной отставке главы администрации Ишимбайского района Гайсина Марата Хусаиновича в связи заявлению по собственному желанию. Депутаты проголосовали о назначении главой района Абдрахманова Азамат Фаритовича. Далее выступил с приветствуем от главы РБ Хабирова Радия Фаритовича руководитель аппарата главы и наградил почётной грамотой. Далее выступил Ишемгулов Амир, который поблагодарил Гайсина за самоотверженный труд. После выступил депутат гос собрания Работает. От имени депутатского корпуса Агафонов Олег Михаилович поздравил Марат Хусаиновича Гайсина почётной грамотой. В заключении Марат Хусаинович поблагодарил всех за поддержку и пожелал дальнейшем успехов.

Read the rest of this entry »

Календарь на башкирском языке на 2020 год

Аманат

Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә: «Дөрөҫлөктә Аллаһ һеҙгә аманаттарҙы кешеһенә ҡайтарырға, әгәр ҙә кешеләр араһында хөкөм итһәгеҙ ғәҙел рәүештә хөкөм итергә әмер итә. Дөрөҫлөктә Аллаһ һеҙҙе ниндәй яҡшы рәүештә вәғәзләй. Ысынлыҡта Аллаһ ишетеүсе күреүсе Зат». (Нисә (Ҡатындар) – 58) والذين هم لأمانتهم وعهدهم راعون «Улар аманаттарын һәм килешеүҙәрен үтәүселәр». (Мәғәриж – 32) Аманат– хыянаттың ҡапма-ҡаршыһы. Был төшөнсә үҙ эсенә һаҡларға яҙылған әйберҙәрҙе һәм тапшырылған вазифаларҙы үҙ эсенә ала. Аманат һүҙе үҙ эсенә бик күп нәмәне керетә. Шуға күрә ул Ҡөрьәндә күплек һанда килгән. Бөгөнгө көндә йәмғиәттә тыуыусы бөтә проблемаларҙың башы аманаттың юҡҡа сығыуына, үтәмәүенә бәйле. Дәүләттә эшһеҙҙәрҙең һаны артыуы, ғаиләләрҙең тарҡалыуы, һатыу-алыуҙағы алдау, кеше милкенә ҡул һуҙыу, табиптың ауырыу кешегә тейешенсә дауа күрһәтмәүе, етем балаларҙың күбәйеүе аманаттың юҡҡа сығыуы арҡаһында. Бына был бөтә проблемаларҙың нигеҙендә иман һәм дин йәшеренеп ята. Әгәрҙә иман һәм дин булмаһа, аманат юҡҡа сыға. Мөхәммәт (с.ғ.с) әйтә: لا إيمان لمن لا أمانة له ، ولا دين لمن لا عهد له Аманаты булмаған кешенең иманы юҡ (зәғиф иманлы), ә килешеүҙе үтәмәгән кешенең дине юҡ тине. (Әхмәд) Аманат ул бик күп төрлө. Шуның иң ҙурыһы ул: 1. Аллаһ биргән Ислам дине – аманат. Был донъяла бөтә кешеләр лә бәлиғлыҡҡа еткәндән башлап үлем килгәнсегә хәтле Аллаһ йөкләгән вазифаларҙы үтергә тейештәр.Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә Ислам динендәге бөтә әмерҙәрҙе һәм тыйыуҙарҙы аманат тип атаны: إِنَّا عَرَضْنَا ٱلاْمَانَةَ عَلَى ٱلسَّمَـٰوٰتِ وَٱلأرْضِ وَٱلْجِبَالِ فَأبَيْنَ أَن يَحْمِلْنَهَا وَأَشْفَقْنَ مِنْهَا وَحَمَلَهَا ٱلإِنْسَـٰنُ إِنَّهُ كَانَ ظَلُوماً جَهُول «Беҙ аманатты (шәриғәт йөкләмәләрен) күктәргә, ергә һәм тауҙарға (үҙ өҫтөгөҙгә алығыҙ тип) тәҡдим иттек, улар уны үҙ өҫтәренә алыуҙан баш тарттылар һәм унан ҡурҡтылар. Кеше уны үҙ өҫтөнә алды. Ысынында ул Аллаһҡа ҡаршы килеп, үҙ-үҙенә зыян килтереүсе, аманатты үтәмәгән өсөн язаға таратыласағын белмәүсе зат булды». (Әхзәб – 72) Был аятта тәфсир ғалимдары әйтеүенсә «аманат» һүҙе «шәриғәт йөкләмәләрен йәғни әмерҙәрҙе һәм тыйыуҙарҙы аңлата». Аллаһ иң беренсе кеше — Әҙәмде Ислам дине вазифалары менән йөкләгәнсе, уларҙы күктәргә, ергә һәм тауҙарға тәҡдим итте. Ғалимдар аңлатыуынса Аллаһ Тәғәлә был ваҡытта уларға аңлаһындар өсөн аҡыл һәм телмәр һәләте бирҙе. Ләкин улар дин менән йәшәүҙең яуаплылығын күреп үҙ өҫтәренә шәриғәт йөкләмәләрен алыуҙан баш тарттылар. Улдарҙан һуң дин менән йәшәү йөкләмәләрен Әҙәм алды. Аллаһ бөтөн кешеләргә лә Ислам дине менән йәшәргә ҡушты. Диндә төп ике төшөнсә бар: Аллаһының әмерҙәре һәм тыйыуҙары. Аллаһтың диндә тыйыуҙар ҡуйыуы кешенең хоҡуҡтарҙы сикләү өсөн түгел, ә киреһенсә кешене яҡшылыҡҡа өйрәтеү, яманлыҡтан тотоп тороу өсөн булды. 2. Кешелә булған бөтөн ағзалар — аманат. Кешелә булған күҙ, ҡолаҡ, ҡул, аяҡ, тел улар бөтәһе лә аманат булып һанала. Аллаһ Тәғәлә уларҙы яҡшы нәмәлә ҡулланырға ҡушты. Кеше уларҙы ғүмер буйына изгелектә ҡулланып, гөнаһлы, насар ғәмәлдәрҙе эшләүенән һаҡланырға тейеш. Әгәр ҙә кеше уларҙы гөнаһлы ғәмәлдәрҙә ҡулланһа Ҡиәмәт көнөндә улар кешегә ҡаршы һөйләйәсәктәр. 3.Балалар — аманат. Балалар улар Аллаһ Тәғәләнең бүләге. Улар кешегә был донъяла аманат итеп бирелде. Шуға күрә атай – әсәй балаларға бик иғтибарлы булырға тейеш. Аллаһ Тәғәлә улар өҫтөнә балаларға дөрөҫ тәрбиә биреүҙе, матди яҡтан тәъмин итеү йөкләне. Бөгөнгө көндә баларҙың тәрбиәһеҙ, ололарҙы хөрмәт итмәүҙәре һәм йәмһеҙ булып үҫеүҙәре атай – әсәйҙең биргән аманатты үтәмәүҙәре арҡаһында. 4. Эшкә лайыҡлы кешене ҡуйыу аманат һәм ҡушылған эште башҡарыу — аманат. Бер үк ваҡытты Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с) янына бер кеше килеп Ҡиәмәт көнө тураһында һораны. Мөхәммәт пәйғәмбәр әйтте: «Әгәрҙә аманат юҡҡа сыҡһа Ҡиәмәт көнө көт”. Был кеше: «Ә аманаттың юҡҡа сығыуы нисек була һуң ул», — тип тағы бер ҡат һораны. Мөхәммәд (с.ғ.с) әйтте: «Әгәрҙә эш лайыҡ булмаған кешегә тапшырылһа Ҡиәиәт көнөнең киләсәген көт». (Бухари) Һәр эште һәм һөнәрҙе белемле, булдыра ала торған оҫта кеше башҡарырға тейеш. Әгәр ҙә берәй эшкә лайыҡ булмаған кешене билдәләһәләр был аманатҡа хыянат итеү була. Аллаһ Тәғәлә был турала Ҡиәмәт көнөндә кешеләрҙән һораясаҡ. Бер ваҡытты Әбү Ҙәрр (р.ғ) Мөхәммәт пәйғәмбәргә (с.ғ.с) гә шулай тип әйтте: Мине бер ҡаланың етәксеһе итеп ҡуймайһыңмы? Мөхәммәт (с.ғ.с) уның елкәһенә ҡулы менән һуғып: «Әй Әбү Ҙәрр! Ысынлыҡта һин был эште булдыра алмайһың. Ә был эш ул аманат. Ҡиәмәт көнөндә аманатты тулыһынса үтәүсе кешеләрҙән ҡала, уны үтәмәү түбәнселек һәм үкенес буласаҡ». (Муслим) 5. Эште башҡарыусы кешегә хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү — аманат. Был бигрәк дәүләт етәкселәренә, эш менән тәьмин итеүсе кешеләргә ҡағыла. Ислам динендә кешенең хаҡы бик ҙур, хөрмәткә лайыҡлы нәмә. Шуға күрә яллап эшләүселәрҙе алдарға, хеҙмәт хаҡтарын бирмәү ҙур гөнаһ булып һанала.Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с) әйтә: أَعْطُوا الْأَجِيرَ أَجْرَهُ ، قَبْلَ أَنْ يَجِفَّ عَرَقُهُ «Яллап эшләтеүсе кешегә хаҡын (аҡсаны) тире кибеп бөткәнсе үк бирегеҙ». (Ибн Мәджәһ) 6. Кеше әйткән серҙе һаҡлау — аманат Әгәр ҙә бер кеше икенсе кешегә үҙенең серен һөйләһә, уны башҡаларға әйтергә ярамай. Мөхәммәт (с.ғ.с) пәйғәмбәр әйтә: إذا حدث الرجل بحديث ثم التفت فهي أمانة «Әгәрҙә бер кеше нимәлер һөйләп, сит яғына ҡаранһа — ул аманат». (Байһәҡы) 7.Һаҡларға ҡалдырылған нәмә — аманат. Мөхәммәд (с.ғ.с) әйтә: أد الأمانة إلى من ائتمنك ، ولا تخن من خانك «Аманатты биргән кешеһенә кире ҡайтар һәм хыянат иткән кешегә хыянат итмә». (Әбү Дауд, Тирмизи) Бер кеше икенсе кешегә һаҡлау өсөн аҡса йәки берәй йыһаз ҡалдырырға мөмкин. Был бирелгән әйберҙәр аманат булып һанала. Уны үҙ файҙаңа ҡулланырға, зыян килтерергә ярамай. Мөхәммәт пәйғәмбәргә «әмин» (ышаныслы) тигән исемде юҡҡа ғына бирмәгәндәр. Сөнки ул һаҡларға бирелгән әйберҙе эйәһенә иҫән имен килеш ҡайтара торған булған. Әгәр ҙә кешеләр үҙҙәренә яҙылған аманатты үтәһәләр йәмғиәттә тәртип урынлашыр һәр кешеләрҙең хоҡуҡтары үтәлә башлар. Уның үтәлеүе арҡаһында кешеләр бер – берһенә ышана һәм ихтирам итә башлайҙар. Аманатты үтәүсе кешенән Аллаһ Тәғәлә риза була һәм Үҙе вәғәҙә иткән йәннәттәргә керетә.

Read the rest of this entry »

Исламда балалар тәрбиәһе

    Ғәзиз булған балаларҙы һәр ата-әсә яҡшы итеп тәрбиәләргә тырыша. Улар өсөн “йәшәй”, йоҡларын йоҡламай, ашарын ашап еткермәй… Ләкин үҫкәс, шул балаларҙан енәйәтселәр, эскеселәр, наркомандар, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтереүселәр килеп сыға.
Read the rest of this entry »

Гыйбәдәт догалары

162 2.png
Готовится к печати кгига «Гыйбәдәт догалары» на татарском языке. Эта брошюра для тех, кто хочет глубже узнать о молитве. Ведь те книги, по которым люди изучают намаз, всего лишь самый облегченный вариант этого поклонения. А в молитве есть разные вариации зикров и дуа, которые применял пророк Мухаммад (мир ему). Надеемся, что Вы получите от этой книжки пользу.

Вынесения шариатских хукмов (заключений) — дело мужтахидов (больших ученых)

📚✒ Сказал Мухаммад Амин бин Умар Абидин (1238-1307 х/1823-1889 м) из ханафитских ученых, в заметках на книгу «Ад Дурруль Мухтар Шарху Танвириль Абсар»:

صحَّ عنه أنه قال : إذا صحَّ الحديثُ فهو مذهبي .
وقد حكى ذلك ابنُ عبدِ البرِّ عن أبي حنيفة وغيرِه من الأئمة . ا هـ .
ونقَله أيضًا الإمامُ الشَّعْراني عن الأئمةِ الأربعةِ .
ولا يخفى أن ذلك لمن كان أهلاً للنَّظَر في النصوصِ ومعرفةِ محكمها مِن منسوخها ، فإذا نظَر أهلُ المذهبِ في الدليلِ وعمِلوا به صحَّ نِسْبتُه إلى المذهبِ لكونه صادرًا بإذنِ صاحبِ المذهبِ ، إذ لا شكَّ أنه لو علِم ضعْفَ دليلِه رجَع عنه واتّبعَ الدليلَ الأقوى
«Достоверно передано от него (Абу Ханифы): «Когда хадис достоверен, то это мой мазхаб/мнение».
Передал это Ибн Абдиль Барр от Абу Ханифы и от других Имамов. Так же передал это Имам Аш Шаърани от четырех Имамов.
Read the rest of this entry »

Мягкость в речях — сунна Пророка (мир ему)

📌 Имам Ибн аль-Кайим, да смилуется над ним Аллах, обобщая Коръан и Сунну сказал: ⠀

«Нет ничего полезнее для сердца, чем отношение к людям с мягкостью и желанием им добра, поскольку если ты относишься так к чужому человеку, он начинает любить тебя и уважать, а если к другу и близкому, ваши дружеские и близкие связи укрепляются. Но а если это касается злобного врага, то своей добротой ты потушишь его ненависть и сможешь избежать его зла. И кто станет находить людям уважительные причины и хорошо думать о них, у того будет искреннее намерение, свободная грудь и чистое сердце, при этом Аллах защитит его от зла и неприятностей» ⠀
Read the rest of this entry »

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2019 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.