“Ин шә Аллаһ” кәлимәһенең мәғәнәһе.

259907_1img1-L.jpg“Ин шә Аллаһ” – ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә “Аллаһ теләһә” тип тәржемә ителә. Киләсәктә ҡыласаҡ һәр ғәмәлгә “ин шә Аллаһ” тип әйтергә кәрәк. Аллаһ теләмәһә, бер нәмә булмай. Уның теләгенән башҡа ағастан япраҡ та өҙөлөп төшмәй. Был кәлимәне һәр саҡ башҡарасаҡ эштәргә әйтергә кәрәк.

Пәйғәмбәребеҙгә ғәләйһис-сәләмгә мөшриктәр килеп 3 сетерекле һорау бирәләр. Был һорауға фәҡәт пәйғәмбәр генә яуап бирә алғанын белеп былай ҡылалар. Үә ул ғәләйһис-сәләм: “Иртәгә яуап бирермен”,- тип әйтә. Шул саҡ оҙаҡ ваҡыт Аллаһтан уахи килмәй. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм ошо кәлимәне әйтмәгән була. Кешеләр пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм һорауҙарына яуап алырға киләләр, ә ул яуап бирә алмай. Сөнки ул үҙ белдеге менән бер ҡасан да әйтмәгән, Аллаһ Тәғәләнең уахийы менән генә хәбәр биргән. “Ин шә Аллаһ” тип әйтмәгән өсөн Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмгә уахи ебәрмәгән. Шунлыҡтан пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм ныҡ борсолған. Был уға ла, беҙгә лә дәрес булды. Һәр буласаҡ эшкә “ин шә Аллаһ” (Аллаһ теләһә) тип әйтергә кәрәк. Шунда ахыры хәйерле булыр.

Әлеге заманда мосолмандар был кәлимәнең мәғәнәһен боҙалар. Эшләгеләре килмәһә “ин шә Аллаһ” тип әйтәләр. Бының менән улар “юҡ” тигәнде белдерәләр. “Ин шә Аллаһ” тип әйттең бит тиһәң: “тимәк быны Аллаһ теләмәгән, шуға мин эшләмәнем” тип аҡланалар. Был динебеҙҙән көлөү, мыҫҡыллау була. Тимәк гонаһ була. Динебеҙҙең дошмандарының ғәмәлдәрен ҡылыу була. Булдыра алмағанда, теләгең булмаһа, туранан-тура “юҡ” тиергә кәрәк.

“Ин шә Аллаһ” тигәндә ниәттә Аллаһ Тәғәлә теләһә тигән мәғәнә ятырға тейеш. Был эш “уңһа, килеп сыҡһа”  тигән мәғәнә түгел. Был кәлимәне донъуи эштәргә бәйләргә түгел, фәҡәт Аллаһ Тәғәлә менән генә бәйләргә кәрәк. Әлбиттә һәр эш Аллаһ Тәғәләнең ирадаһы менән генә була. Быны белергә, аңларға кәрәк. Ниндәй генә ауырлыҡтар килеп сыҡмаһын, Аллаһтан икәненә инанырға кәрәк. Кем быны аңлаһа, тәҡдиргә ышанған була. Ә был имындың шарты. Тәҡдиргә ышанмаған – иманы булмаған тиелгән динебеҙҙә. Ни булһа ла Аллаһтың тәҡдире – яҡшыһы ла, яманы ла. “Теге кеше ғәйепле”, “әгәр шулай ҡылмаһам” тип һуҡраныуҙар дөрөҫ түгел. Мосолман ауырлыҡтарға сабыр итергә үә уларҙың Аллаһ тәҡдире икәненә ышанырға тейеш. Шундай була иманлы кеше.

You can follow any responses to this entry through the RSS 2.0 feed.

Добавить комментарий

XHTML: You can use these tags: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <s> <strike> <strong>

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2019 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.