Ғибәҙәти исләмиә

Гибадати Исламия.jpgЙӘМӘҒӘТ
(Хәҙис-шәриф)
صلاةُ الجَمَاعَةِ أَفْضَلُ من صَلاَةِ الفَذِّ بِسَبْعٍ وعِشرين دَرَجَة
Саләәтүл-джәмәәғәти әфдалү мин саләәтил-фәҙҙи бисәб-ғин үә ғишриинә дәраджәһ.
Мәғәнәһе: Намаҙҙы имам һәм йәмәғәт менән уҡыу яңғыҙ уҡыуҙан егерме ете тапҡырға сауаплыраҡ.
1. Фарыз намаҙҙарын имам менән һәм ойоп уҡыусы булып йәмәғәт менән уҡыу – сөннәттер.
2. Йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙа имам баш булыр. Эйәреүсе имамға ойоп, йәғни, эйәреп уҡыр. Намаҙҙың һәр бер ғәмәлен имам артынан ғына ҡылыр, һис бер ғәмәлде имамдан алда ҡылмаҫ.
3. Ҡыйәмдә эйәреүсе ҫәнә генә уҡыр, «Әғуҙе», «Бисмилләһ» һәм сүрәләрҙе уҡымайынса, имам уҡығанды көтөп һәм тыңлап тик торор. Рөҡүғтән торғанда имам тәсмиғ әйтер, тәхмидте әйтмәҫ. Эйәреүсе тәхмид әйтер, тәсмиғ әйтмәҫ, Башҡа зекерҙәрҙе икеһе лә әйтер.
4. Имам тәҡбирҙәрҙе, тәсбихте һәм сәләмде ҡысҡырып әйтер, ә эйәреүсе эстән генә әйтер. «Сүрәи Фәтиха» ҡыс¬ҡырып уҡылған намаҙҙа, «Сүрәи Фәтиха»нан һуң эйәреүсе лә эстән «Амин» тип әйтер.
5. Эйәреүсе яңғыҙ булғанда имамдың артында бер ҡа-рыш самаһы ерҙә торор. Әгәр улар ике-өс кеше булһа — имамдың артында саф булып теҙелеп торорҙар. Сафты ти¬геҙ тотоу һәм арала кеше һыйырлыҡ буш урын ҡалдырмай тороу сөннәттер.
6. Оло ир кешегә — сабый балаға һәм ҡатын кешегә ойоп намаҙ уҡыу дөрөҫ түгел. Киреһенсә ойоп уҡыу иһә дөрөҫ була.
7. Бер имамға ирҙәр, сабыйҙар һәм ҡатындар бергә ойо-һалар, тәүге сафта ирҙәр, икенсе рәттә сабыйҙар, унан ҡа-тындар теҙелер.
8. Аранан береһе имам булып, сабыйҙар намаҙҙы йәмәғәт булып уҡыһа, был дөрөҫ булыр, ҡатындар шулай уҡыһа—дөрөҫ булмаҫ.
9. Һау — сәләмәт кеше «сахибе ғөзөр»гә ойоп уҡыу, икенде¬не уҡыусыға өйләне ҡаза ҡылыусы ойоп уҡыу, нәфел на-маҙын уҡыусыға фарыз намаҙын ойоп уҡыу дөрөҫ түгел.
10. Нәфел намаҙын өйлә йәки йәстү намаҙҙарын уҡыу-сыға ойоп уҡыу дөрөҫ; иртәнге, икенде һәм аҡшам намаҙҙа¬рын уҡыусыға ойоп уҡыу мәкруһтыр.
11. Бер нисә кеше бер намаҙҙы йәмәғәт менән уҡырға булһалар, арала ғилемлерәге имам булыр. Ғилемлектәре бер дәрәжәлә булһа, ҡыраа′әттә дөрөҫөрәге имам булыр, ҡыйра ′әттәре бер кимәлдә булһа тәҡүәрәге имам булыр. Тәҡүәлек-тәре лә бер кимәлдә булһа, ҡартырағы имам булыр. Йәштәре лә тигеҙ булһа, холҡо яҡшырағы имам булыр. Холоҡ¬тары ла бер тигеҙ булһа инде, ҡиәфәте күркәмерәге имам булыр.
12. Наҙан, зәғиф, ике күҙе лә һуҡыр йәки һаҡау кеше¬нең имам булыуы мәкруһтыр.
13. Имам иртәнге намаҙҙың һәр ике рәкәғәтендә, аҡ¬шам һәм йәстү намаҙҙарында тәүге ике рәкәғәттә сүрәләрҙе ҡысҡырып уҡыр, башҡа намаҙҙарҙа эстән уҡыр.
14. Яңғыҙ кеше һәр рәкәғәттә сүрәләрҙе эстән уҡыр. Имам ҡысҡырып уҡый торған рәкәғәттәрҙә ҡысҡырып уҡы-һа—дөрөҫ булыр.

You can follow any responses to this entry through the RSS 2.0 feed.

Добавить комментарий

XHTML: You can use these tags: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <s> <strike> <strong>

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2019 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.