Дингә саҡырыу

m_3767.jpg Пәйғәмбәребеҙҙең(с.ғ.c.) төп вазифаһы дингә саҡырыу булған. Вариҫтарының – ғалимдарҙың, муллаларҙың – шөғөлдәре мәсет төҙөү, мәжлестәргә йөрөп исем ҡушыу, никах уҡытыуға ғына ҡайтып ҡалмай, вазифалары шундай уҡ. Ул ғәмәлдәрҙең барыһының асылы бер – динебеҙгә саҡырыу. Ошо ҡағиҙә үтәлмәһә, мәжлескә йөрөгән муллаларҙың файҙаһы һуҡыр бер тин. Юҡҡа ғына йәштәр уларҙан көлөп “шурпаедтар” тимәй. Мөмкин булған ысулдарҙы ҡулланып, бер генә хәҙисте аңлатһаҡ та, хатта бер генә кешене вәғәзләһәк тә, пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, вариҫтары кеүек буласаҡбыҙ. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, беҙгә ғилем генә ҡалдырмаған, үҙенең Сөннәтен дә ҡалдырған. (“Сөннәт – юл, йәшәү торошо, ынтылышы” тип тәржемә ителә.) Ғилем алып, фетнәгә сумыусылар – тап ошо икенсеһенән, пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, юлынан тайпылыусылар. Ғилем генә етмәй, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, тырышлығының йүнәлешен аңлау зарур. Шуныһы билдәле: пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, менән осрашҡан халыҡта дуҫлыҡ-татыулыҡ, рәхмәт-мәрхәмәт артҡан, тауыш-ғауғалар баҫылған, тиҫтәләгән йыл аралашмаған дошмандар бер-береһенә ҡул бирешкән.
Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт ҡылғас, пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, тәүге нәүбәттә ике халыҡты дуҫлаштырырға керешкән. Мәккә халҡы ҡаты, тупаҫыраҡ, Мәҙинәнекеләр йомшаҡ, яғымлыраҡ булған. Уртаҡ ғаиләләр барлыҡҡа килгән, уртаҡ эш ҡылғандар. Төрлө ваҡиғалар булған, ләкин пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, уларҙы һәр ваҡыт тынслыҡҡа өндәп торған, сөнки динебеҙ – тыныслыҡ дине.
“Ислам” һүҙенең мәғәнәһе лә “сәләм” һүҙенән икәне мәғлүм. Ә “әссәләмү ғәләйкүм” тигән һүҙҙе хатта кафырҙар ҙа киноларҙа “мир вам”, йәғни “мир, благоденствие, покой” тип тәржемә итә, тимәк ҡайҙа дин, шунда тыныслыҡ урынлаша. Дингә килгән кешенең холҡо яҡшыра, һүҙҙәрен уйлап һөйләй башлай. Әгәр түрәләр дингә килһә, коррупция бөтә, иҙән йыуыусы килһә, таҙалыҡ арта…
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр үҙен генә белә. Үҙе мәсеткә йөрөй, балалары, яҡындары йөрөмәй. Уларҙы намаҙға баҫтырыуҙы ситкә ҡуя, “үҙҙәре килер әле,” ти. Яҡындарыңды дингә өндәүҙең сауабы ҙур икәнен күптәр белмәй, ҡайһылары быны аңлап та еткермәй. Ә пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән бит:
من أسلم على يديه رجل دخل الجن
“Кемдең ҡулынан (дәғүәтенән) исламға берәйһе керһә, йәннәткә керер”. Ожмахҡа кереүҙең юлы шул! Хәҙер белдегеҙ, тырышығыҙ. Кемде лә булһа мәсеткә ылыҡтырырға тырышығыҙ! Ҡулынан тотоп, мәсеткә килтерегеҙ, үҫеп, наркоманға, эскесегә әйләнгәс, һуң булыр…

You can follow any responses to this entry through the RSS 2.0 feed.

Добавить комментарий

XHTML: You can use these tags: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <s> <strike> <strong>

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2018 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.