Готовится к печати книга «Салауат шәрифтәр» на башкирском языке

салауат шәрифтәр.pngПәйғәмбәребеҙҙең исемен ишетеү менән мосолмандар «салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм» йәки ҡыҫҡартылған вариантын «ғәләйһис-сәләм» тиҙәр. Бәғзеләр бының мәғәнәһен дә аңлап еткермәй. Ә рус китаптарында был кәлимә «да благословит его Аллах и приветствует» тип тәржемә ителә. Беҙҙең китаптарға ла был салауат (кәлимә) руссанан алынып, хаталы киткән. Ләкин был кәлимәнең мәғәнәһе рус шәреҡселәренән ҡырҡа айырыла. Имам Бәйхаҡи «Шуғубул-иман» (Имандың ботаҡтары) тигән китабында صلي саллә тигән һүҙҙе – تعظيم محمدا فى الدنيا بإعلاء ذكره،  пәйғәмбәрҙең исемен бөйөкләү, бөйөк ҡылыу тип тәржемә иткән. Пәйғәмбәребеҙ тыуғансы был исем менән береһен дә атамағандар. Иң беренсе булып “Мөхәммәд” исеме беҙҙең пәйғәмбәребеҙгә бирелгән. Ә әлеге ваҡытҡа килһәк, был исем донъяла иң мәшһүр исем. Хатта Европа илдәрендә (мәҫәлән: Лондонда) тыуған балалар араһында ла иң йыш ҡушылған исем – Мөхәммәд!

Был кәләимәнең икенсе мәғәнәһе تعظيم إظهار دعوت. Йәғни, Пәйғәмбәребеҙҙең дәғүәтен халыҡҡа еткер мәғәнәһендә. Салауат әйтеү менән мөьмин динебеҙҙең таралыуы өсөн доға ҡыла. Уның мәғәнәһе шул ҡәҙәре ҙур – “бөтөн донъяла динебеҙ Ислам ҡеүәтләнһен” тигән һүҙ ул. Ә ҡайһы бер мосолмандар быны йыр менән сағыштыра.

Тағы ла бер мәғәнәһе — وإبقاء شريعته. Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләмдең шәриғәтен тамам ҡыл, динебеҙҙе ҡеүәтлә, ахырын хәйерле ҡыл, ныҡ ҡыл тигән мәғәнәлә.

وفى الآخرة بتشفيعه في أمته – Әхирәттә өммәтенә шәфәғәт бирәсәк тип аңлатҡан имам Бәйхаҡи.

Күп рус китаптарында был кәлимә — «да благословит его Аллах» тип тәржемә ителә. Ә был кәлимә, “Аллаһ уны (Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе) һәм уның динен бөйөк ҡылһын” тип аңлатыла. Йәғни – «Аллаһым! Пәйғәмбәрҙең исемен халыҡтар араһында таратып, уның эшен (динен, дәғүәтен) бөйөкләп, шәриғәтен һаҡлап һәм үҫтереп, уны киләсәк быуындарға ла, үткәндәргә лә үрнәк итеп бөйөклә» тип аңларға кәрәк. Салауат әйткәндә, беҙ ошо мәғәнәне белдерәбеҙ.

«Үә сәлләм» тигән һүҙҙе, «и приветствует» тип тәржемә итәләр. Нисек сәләмләйҙәр? Кемде сәләмләйҙәр? Был һүҙ ҙә аңлашылмай. Аңлашылмай, сөнки дөрөҫ тәржемә ителмәгән. «Үә сәлләм» тигән һүҙ “сәләмәт ҡыл, имен булһын” тигәнде аңлата. йәғни пәйғәмбәрҙең салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең дине, шәриғәте, өммәте сәләмәт булһын, күбәйһен, үҫһен, таралһын тигәнде аңлата.

Салауат әйтеү менән беҙ үҙ өммәтебеҙгә лә доға ҡылабыҙ. Бөтә донъялағы мосолмандарға именлек, динебеҙҙең үҫешен теләйбеҙ. Һәм шул доғалар бәрәкәтендә бөтә донъяла динебеҙ көсәйә, мосолмандарҙың һаны арта. Башҡа милләттәр Ислам динен ҡабул итә. Мөьминә ҡатындар балалар таба, ғөмүмән мосолмандар күбәйә.

Салауатта пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһис-сәләмдең исемен бөйөкләү тураһында ла әйтелгән. Был доғалар ҙа ҡабул булһын. Бөтә мосолман илдәрендә “Мөхәммәд” — иң киң таралған исем. Хатта Европа илдәрендә лә (мәҫәлән, Британия) иң мәшһүр исем һанала. Шикһеҙ, таралыу йәһәтенән доньяла ул исем беренсе урында.

Имам Бәйхаҡы «Китәбүль-әсмә үә сифат», «Әл-Жәмиғ» һәм «Шуғүбүль-имән» китаптарында был кәлимә хаҡында ҙур ғалим Әбү Ғабдуллаһ әл-Хәлимға (338-403 һ.) таянып яҙа. Сәләфтәр, салауат әйткәндә, уның мәғәнәһен белеп әйткәндәр.

Салауат әйтеү менән, доғаһы менән мөьмин үҙенең диненә файҙа килтерә. Ни тиклем күберәк салауат әйтһәк, шул тиклем динебеҙгә (үҙебеҙгә лә) файҙа булыр. Салауат әйтеүҙең йәмғиәтебеҙ өсөн әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ — оло ғибәҙәт кешеләрҙең ауырлыҡтарын, бәла-ҡазаларын күтәрергә һәләтле. Йәғни мәҫәлән, беҙҙең өҫтөбөҙгә берәй ҡайғы, ауырлыҡ йәки бәла-ҡаза төшөргә тейеш булһа, мөьмин-мосолман һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ исемен зекер итеп, күп тапкыр салауаттар әйтеп, шул бәлә Аллаһы Тәғәләнең киң ҡөҙрәте һәм рәхмәте менән яҙмыштан юйыла. Салауат бәрәкәте аҫтында кеше ҡайғынан ҡотола ала. Салауат әйтеүҙең тағы бер ҙур фазилиләте шунда: ул доға ишектәрен асып ебәрә. Йәғни берәй һорауыбыҙ бар икән, иң башта Хоҙайҙы ололаһаҡ, унан һуң Рәсүлебеҙгә салауат әйтһәк, һуңынан гонаһтарыбыҙҙың ғәфү ителеүен һорағандан һуң ғына барлыҡ ышаныуыбыҙ менән доға ҡылһаҡ, ул ҡабул ителмәй ҡалмаҫ, ин шә Аллаһ.

You can follow any responses to this entry through the RSS 2.0 feed.

Добавить комментарий

XHTML: You can use these tags: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <s> <strike> <strong>

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2017 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.