Ишимбай мөхтәсибәтендә Ҡөрьән Кәрим уҡыу бәйгеһе

конкурс Корана.jpgИзге Рамаҙан айы тамаланыу менән Ишембай районы Кинйәбулат ауылында балалар араһында Изге Ҡөрьән Кәрим уҡыу буйынса ярыш үтте. Бәйгелә 46 бала ҡатнашты, килгән балалар 60-тан күберәк ине. Ололар менән бергә 100-ҙән артыҡ кеше булды. Был сараны ойоштороусы Ишембай районының имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов. Жюри булып әл-Әзхар университетында 4-енсе курста уҡыусы, Ишимбай мөхтәсибәтенең йәштәр бүлеге мөдире Ильнур хәҙрәт Ғиниәтуллин һәм Ҡөрьән-хафиз Ғабдульманнан торҙо.  Байрамды ҡатнашырға Диниә Назаратынан Тимур хәҙрәт Валитов та килде.

6-12 йәшкә тиклем категорияла:

1-се урын Абдуллин Ислам, Маҡар,
2-се урын Шәрипова Ғәлия, Хайран,
3-сө урын Хафизов Ғүмар, Яр-бишҡаҙаҡ.

12-16 йәш араһында:

1-се урын Дәүләтшин Абдулхаҡ, Ишембай,
2-се урын Иванова Гүзәл, Көҙән,
3-сө урын Даутова Алсу, Бәләкәй байыҡ.

Һәр ҡатнашҡан балаға бүләктәр бирелде. Сараның ахырында плов һәм туңдырма менән һыйланып, балалар таралды. Ойошторолған бәйге балаларға һәм ололарға ла бик оҡшаны. Һәм киләсәктә лә бындай сараларҙы үткәрелеүен теләнеләр.
https://vk.com/album-34268632_245231865

You can follow any responses to this entry through the RSS 2.0 feed.

Добавить комментарий

XHTML: You can use these tags: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <s> <strike> <strong>

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2017 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.