ҒӘРӘПСӘ ЯҘЫУ ДӘФТӘРЕ

арабская пропись.pngБыл китапсыҡ – ғәрәп алифбаһын өйрәнеүселәргә күнегеү дәфтәре. Кем Ҡөрьәни Кәримде уҡырға теләһә, иң элек ғәрәп хәрефтәрен (ғәрәп графикаһын) өйрәнергә тейеш. Һуңынан ҡағиҙәләрен – “Тәджүид”-те өйрәнеп, ин шә Аллаһ Ҡөрьән уҡыу кимәлендә етерһегеҙ. Ғәрәп теле 19 илдә рәсми тел булып тора, 6 илдә күпселек халыҡ был тедә һөйләшә. Был телде белгән кеше ошо илдәрҙә юғалып ҡалмай, ауырлыҡ тоймай. Ошо телдә Ҡөрьән Кәрим ингәнде лә иҫәпкә алһаҡ был тел бөтөн донъя мосолмандары өсөн бөйөк тел икәнлеге күренә. Шулай уҡ ғәрәп теле ожмаһ теле икәнен дә оноторға ярамай. Бар ожмаһҡа кергән халыҡ ошо телдә аралашасаҡ. Инҡилабҡа (революцияға) ҡәҙәр элекке башҡорт теле лә ғәрәп теле менән бәйле булған. 20 быуатҡа тиклем дауам иткән бөтөн ғилем, мәҙәниәт, тел матурлығы ошо телдән кирилл теленә күсеү менән юғалып ҡалды.

You can follow any responses to this entry through the RSS 2.0 feed.

Добавить комментарий

XHTML: You can use these tags: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <s> <strike> <strong>

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2017 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.