Шәриғәт күҙлегенән төштәр (СНЫ В ИСЛАМЕ)
Кеше – үҙе мөғжизә! Бөтөн Ғәләмдең ғалимдары йыйылып уның йөрәге һымаҡ йәки бауыры һымаҡ йыһаз эшләргә теләһәләр — булдыра алмаҫтар. Күҙ, ҡолаҡ, үпкә һ.б. ағзалар – быларҙың һәр ҡайһыһы кешенең камиллығын, уны барлыҡҡа килтереүсе Заттың камиллығын күрһәтә. Ә кешенең төшөн, рухын – уның тәбиғәтен кешелек аңлата алмай. Былар барыһы ла Аллаһы Тәғәләнән. Уны бары тик Уның пәйғәмбәрҙәре генә бәйән итә алыр. Был китап тәштәр тураһында бер аҙ аңлатма бирә.