Иман шарты

Иман шарты.pngҺеҙгә 1900 – нсы йылда Казан ҡалаһында Кәримиләр матбағаһында нәшер ителгән китаптың бер аҙ ҡыҫҡартып Һеҙгә тәҡдим итәбеҙ. Инҡилабҡа ҡәҙәр был китап мәҙрәсәләрҙә дәреслек булып хеҙмәт иткән. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: ”Аллаһ Тәғәлә Ләүхел Мәхфүҙ менән ҡәләмде яратты. Һәр нәмә Ләүхүл-Мәхфүҙдә (күктәге яҙыла торған китап) яҙылғандыр. Унда яҙылғандан тыш һис бер нәмә булмаҫ.
Аллаһ Тәғәлә ҡәләмгә әйтте: ”Ләүхел-Мәхфүҙгә яҙ!”- тине. Ҡәләм әйтте: ”Эй, Раббым! Ниндәй һүҙ менән башлайым”, -тине.
Аллаһ Тәғәлә әйтте: ”Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим, тип башла”, -тине.
Ҡәләм “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тигән һүҙҙе 700 йыл буйына яҙҙы.
Аллаһ Тәбәрәкә үә Тәғәлә әйтте: ”Үҙемдең ғиззәтем һәм жәләлем менән ант итеп әйтәм, кем дә кем Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенән ихлас менән “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тип әйтһә, уның ғәмәл дәфтәренә 700 йыллыҡ ғибәҙәт сауабын яҙырмын”. Әмин.
Икенсе хәбәрҙә килгәндер: ”Ҡиәмәт көнөндә Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенең ғәмәле менән бәни Исраилдәге пәйғәмбәрҙәрҙең өммәттәренең ғәмәлдәре тиңләштерелер”. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенең бер рәкәғәт намаҙҙарының сауабы башҡа өммәттәрҙең мең рәкәғәт намаҙы сауабына тиндер, бәлки артығыраҡ та булыр. Әмин.
Башҡа өммәттәр әйттеләр: ”Был Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенең ғәмәлендә ниндәй хасыят барҙыр, уларҙың бер рәкәғәт намаҙы беҙҙең мең рәкәғәт намаҙыбыҙҙан артығыраҡтыр”, -тип.
Аллаһ Тәғәлә әйтте: ”Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәттәренең намаҙҙарында “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тигән һүҙ бар, һеҙҙең намаҙҙарығыҙҙа ул юҡ, шуның өсөн Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенең бер рәкәғәт намаҙы һеҙҙең мең рәкәғәт намаҙҙарығыҙҙан артығыраҡтыр”.
Кем дә кем “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим”- ды һәр ваҡыт уҡыһа, ул кеше утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ, йылан саҡмаҫ һәм ағыуҙар зарар бирмәҫ.
Риүәйәт ҡылынды: Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдән һоранылар: ”Шайтан ниндәй кеше менән бергә ашар?”- тип. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: ”Әгәр кеше тағам ашағанда “бисмилләһ”-те әйтмәһә, шайтан шул кеше менән бергә ашар, «бисмилләһ»- те әйткән кешеләрҙән ҡасыр”.
Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре менән тағам ашап ултыра ине. Шул ваҡыт сәхәбәләр уның (үҙ алдына) йылмайып ҡуйыуын күрҙеләр: ”Эй, Рәсүлүллаһ, ниндәй күңелле нәмә күрҙең?”- тип һоранылар. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: ”Һеҙҙең арағыҙҙан берегеҙ “бисмилләһ”- те әйтеп ашай ине, шайтан-ләғин дә уның янында ашай ине. Кинәт кенә был кеше хатаһын иҫенә төшөрөп “бисмилләһ”- те әйтте, шайтан ләғин тиҙ-тиҙ уның арҡаһынан төшөп китте, шуны күреп йылмайҙым”,- тине.
Ғалимдар әйткәндәр: ”Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим һүҙендә 19 хәрефтер (ғәрәп хәрефтәре менән), бында файҙа барҙыр:
Береһе шулдыр— ғазап фәрештәләренең ололары 19-ҙыр. Кем дә кем һәр ваҡыт “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тип әйтһә, 19 ғазап фәрештәләренән ҡотолор, ғазап ҡылынмаҫ.
Икенсе файҙа — кис менән көн — 24 сәғәттер. Шул 24 сәғәттә биш ваҡыт намаҙ фарыздыр. Был 19 хәрефле “бисмилләһ” сәғәт араларында булған гонаһтары кисерелеүгә сәбәптер.
Кем дә кем ихласлыҡ менән “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тип әйтһә, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең ошо 24 сәғәт эсендә хаталыҡ менән ҡылған гонаһтарын ғәфү итер (әгәр ул хаталарҙы яңынан ҡабатламаһа). Әмин.
Эй, Раббым! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең бөтөн өммәтенә тәүфиҡ биреп, һәр ваҡытта Аллаһ исемен зикер ҡылып, гонаһтарын ярлыҡаһаң ине. Үҙең беҙгә бүләк итеп биргән биш ваҡыт намаҙҙарыбыҙҙы үҙ ваҡытында дөрөҫ итеп үтәргә насип итһәң ине. Әмин— доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡыл.

You can follow any responses to this entry through the RSS 2.0 feed.

Добавить комментарий

XHTML: You can use these tags: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <s> <strike> <strong>

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2019 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.