Ислам дине (Абдуррахман Расулев)

Ислам дине.pngМөфтиебеҙ Ғабдуррахмән Расүлиҙең 1945 –енсе йылда нәшер ителгән китабын һеҙгә тәҡдим итәбеҙ. Китаптың эстәлеген шул көйөнсә ҡалдырырға тырыштыҡ, мәгәр халыҡ аңламаҫтай һүҙҙәрҙе генә йәйә эсендә аңлатып киттек.
Ғабдуррахмән Расүли 1881 йылдың 10 ноябрендә Учалы районы Аҡхужа ауылында тыуған. Нәҫеле боронғо башҡорт ырыуына — Ҡыуаҡан ырыуына барып тоташа. “Расулиә” мәҙрәсәһендә 11 йыл ғилем алғандан һуң хажға бара һәм Ҡаһирәләге “әл-Әзхәр” жәмиғәһенә (университетына) уҡырға инә. Шул уҡ йылда өйләнә. 1902 –енсе йылда “әл-Әзхәр” –ҙы тамамлап ҡайта һәм “Расулиә” мәҙрәсәһендә яңы прогессив ысул менән уҡыта башлай, мәсеттә имам булып эшләй. 1936 –нсы йылда мөфтөй Ризаитдин бине Фәхретдин уны Урал буйынса мөхтәсиб итеп тәғәйенләй. Шул уҡ йылдың яҙында Ризаитдин мөфтөй үлеп китә һәм совет власе баҫымында башҡа мөхтәсибтәр Диниә назаратын ябыу тураһында ҡарар итәләр. Уларға ҡаршы берҙән-бер хәҙрәт Ғабдуррахмән Расүли ҡыйыулыҡ ҡыла. Шулай итеп ул Диниә назаратын һаҡлап алып ҡала. Үҙен мөфтөй итеп һайлап ҡуялар. Иң ауыр саҡта бөтөн Рәсәй мосолмандарын етәкләп тора. Мөфти Ғабдрахман хәҙрәт 1950 йылда 5-6 июль төнөндә вафат була. Уны Өфө мәсете ихатаһында дәфен итәләр (күмәләр).

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2019 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.