Көндә кәрәкле доғалар в формате А-7

m_3767.jpgДоға – ул үҙе ғибәҙәт
إن الدعاء هو العبادة
Был һүҙҙәрҙе пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән. Шуға ла доға ҡылһаҡ, ҡабул буламы- юҡмы – барыбер сауапҡа ирешәсәкбеҙ. Ин шә Аллаһ, доғаларыбыҙ ҡабул булыр. Ҡөрьәндә Аллаһ Тәғәлә “Ғафир” сүрәһенең 60-ынсы аятында әйтә:
ادعُونِى أَستَجِب لَكُم(.(سورة غافر: آية 60
“Доға ҡылығыҙ, ҡабул итермен.” Раббыбыҙ вәғәҙә итә, ҡабул итермен, ти. Ҡайһа осраҡта һораған нәмәләребеҙ шундуҡ бирелмәһә лә, ваҡыт үткәс бирелә. Һәр доғаның үҙ ваҡыты бар. Ҡайһылары шундуҡ ҡабул була ла кеше теләгәненә ирешә. Ҡайһылары бер нисә көндән, ҡайһы берҙәренә йылдар үтеү менән генә яуабы килер. Шуға ла ашыҡтырырға ярамай. Аллаһ Тәғәлә Үҙенә хас булған хикмәт менән һорағандарыбыҙҙы ваҡытында бирә. Иртәрәкбирһә, кешегә зарарлы ла булып ҡуйыуы ихтимал. Һуңға ҡалһа ла ярамай. Теүәл ваҡытында ғына була. Ләкин “доғам ҡабул булманы,” тип ташларға ярамай. Доға ҡылғанда, уны һәр ваҡыт ҡабатлап торорға кәңәш ителә.
عن أبى هريرة ادعو الله و أنتم موقنون بالإجابة، وإن الله تعالى لا يقبل دعاء من قلب غافل لاه
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә әйткән: “Доға ҡылһағыҙ, уның ҡабул булырына ышанып ҡылығыҙ. Аллаһ ғафил йөрәктән сыҡҡан доғаны ҡабул итмәй”. “Йә Раббым! Теләһәң, ҡабул ит”, тип доға ҡылырға ярамай. Был мәкрүһ була. Ни һорағаныңды белеп, асыҡ рәүештә һорарға кәрәк.
ما كان الله ليفتح على عبد باب الدعاء ويغلق عنه باب الإجابة
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм тағы ла бер хәҙисендә әйткән: “Әгәр Аллаһ ҡолона доға ҡылырға форсат биргән икән, ҡабул итеү ишеген дә япмаҫ”. Аллаһ Тәғәлә кешегә доға ҡылырғанасип иткән икән – был үҙе ҙур ниғмәт. Доға ҡылыуы менән, кеше Раббыһын таный. Ә был Әхирәттә ожмахҡа илткән ҙур ниғмәт булып тора. Ҡайһы осраҡтарҙа Аллаһ шундуҡ доғаны ҡабул итмәүҙең сәбәбе – Уның һөйөүе булып тора. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән:
إن العبد إذا دعا ربه وهو يحبه قال يا جبريل لا تعجل بقضاء حاجة عبدى فإنى أحب أن اسمع صوته
“Дөрөҫлөктә, Аллаһ яратҡан ҡолоноң доға-һын ишеткәс: “Ябраил! Был ҡоломдоң доғаһына яуап итеп шундуҡ хәжәтен үтәмә. Мин уның доғаһын һөйәм (тағы ла ишетергә теләйем).”
لا تعجزوا عن الدعاء فإنه لن يهلك مع الدعاء أحد
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Доға ҡылырға йыбанмағыҙ. Дөрөҫлөктә, доға бер ҡасан да хужаһын һәләкәткә илтмәҫ.” Даими доғала булғандар төрлө фажиғәләрҙән имен булыр, ин шә Аллаһ.

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2019 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.