Әсә һүҙе

Һөйләйемсе, балам, һөйләйемсе,

Һүҙҙәремдә бөтөн моңдарым.

Вафат булһам, балам, уҡыт Ҡөрьән,

Тәҙ(е)рәнән ҡайтып тыңлармын.

Зинһар әйтәм, балам, уҡыт Ҡөрьән,

Үтенесем һиңә шул булыр.

Миңә атап Ҡөрьән уҡыта алһаң,

Ҡәбер эстәремә нур тулыр.

Зинһар әйтәм, балам, уҡыт Ҡөрьән,

Иң ғәзизем һин бит, бәпкәйем.

Аҙна кисе еткәс, йәнем ҡайтыр

Аҡ күбәләк булып, бәпкәйем.

Зинһар әйтәм, балам, уҡыт Ҡөрьән,

Рухым китмәҫ һинең ҡырыңдан.

Бер хәбәр ҙә һиңә бирә алмам

Мәңге ҡайтмаҫ изге урындан.

Тар ҡәберҙә, ҡара гүр эсендә

Һин баламдан доға көтәмен.

Доға булһа, мин дә шат булырмын

Онота ҡалһаң, ни хәл итермен?

Саҙаҡа бир, балам, йомаларҙа,

Ҡотолормон шул саҡ ғазаптан.

Изгелегең, балам, сауап булып,

Үҙеңә лә килер аҙаҡтан.

Зинһар әйтәм, балам, туғандарым,

Бәхил булып минән ҡалығыҙ.

Алып барып гүргә индергәс тә,

Тәһлил әйтеп, тупраҡ һалығыҙ.

Юҡ, илама, балам, йәшең түкмә,

Айырылып, минән ҡалғанда.

Бер Хоҙайым тел асҡысы бирһен,

Мөнкир, Нәнкир яуап алғанда.

Сәхрәләрҙә яңғыҙ йөрөгән саҡта,

Хызыр Ильяс булһын юлдашың.

Тар ҡәберҙә ятыр яңғыҙ башым –

Сын иманым булһын юлдашым.

Яңғыҙымдан донъя эше өсөн

Яуап алыр өсөн килерҙәр.

Сын иманым булһа күңелемдә,

Йәннәттәрҙән урын бирерҙәр.

Зинһар әйтәм, балам, ихласлыҡта

Уҙҙырығыҙ минең өсөмдө.

Саҙаҡалар биреп, доға ҡылдыр,

Буш үткәрмә аҙна кисемде.

Етемде лә, балам, үткәрә күр,

Ҡырҡымды ла минең онотма!

Башҡа кеше өсөн ғибрәт булыр –

Ҡәберемә эҙең һыуытма!

Көндәр үтер, балам, йылым етер,

Иҫеңә ал мине тағын да.

Ҡарт-ҡороға хәйер биргеләп тор,

Һау-сәләмәт булған сағыңда.

Быны яҙҙым бер көн – йома көндө

Көндөҙгө ел аҡрын иҫкәндә.

Йөрәктәрем әрней, күңел ярһый,

Үләһеләр иҫкә төшкәндә…

You can follow any responses to this entry through the RSS 2.0 feed.

Добавить комментарий

XHTML: You can use these tags: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <s> <strike> <strong>

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2018 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.