Мисыр пирамидалары

     Һуңғы йылдарҙа күп милләттәштәребеҙ Мисырға барып, пирамидаларҙы күреп, улар менән һоҡланып ҡайттылар. Дөрөҫө шул, был пирамидалар менән бөтөн кешелек ғорурлана. Был пирамидаларҙы шул рәүештә төҙөгәндәр ки  — әле лә төҙөүселәр булдыра алмаҫ инеләр. 10 тонналыҡ таштарҙы тиҫтәләгән саҡырымдан киҫеп килтереп, тигезләп өҫтө-өҫтөнә һалғандар. Әле донъяла бер нисә генә быны булдыра алырлыҡ кран бар! Ә оҫталыҡтарын күрһәң, һайран ҡалаһың. Шул таштарҙы тип-тигеҙ итеп киҫеп өҫтө-өҫтөнә өйгәндәр, хатта араһына бысаҡ та инмәй. Нисек быны булдыра алғандар? Аллаһу әғләм. Был пирамидалар шул ҡәҙәре сифатлы эшләнгән,  ғалимдар фаразлауынса, улар янында атом бомбаһын шартлатһалар ҙа бер нәмә булмай. (Әле көслө техника менән, аҡыллы, үҫешкән халыҡ төҙөлгән өйҙәргә ҡарағыҙ. Нисә йыл төҙөкләндермәйсә торор?)

     Ҡөрьәндә бының тураһында “Рум” сүрәһенең 9-ынсы аятында: “Донъя буйлап йөрөп, үҙҙәренән элек йәшәп киткәндәрҙең яҙмышы нисек бөткәне менән ҡыҙыҡһынманылармы? Улар (Ғәд, Сәмуд ҡәбиләләре) тегеләренән ғәйәт ҡеүәтле ине (цивилизацияһы алдынғы ине). Иген иктеләр, ерҙең аҫтын өҫкә әйләндерҙеләр. Былар (кешеләр) ҡорған биналарҙан да яҡшыраҡ биналар ҡорҙолар. Пәйғәмбәрҙәре уларға байтаҡ ҡына дәлилдәр, киҫәтеүҙәр менән килде. Аллаһ уларға золом итмәне, (ғәҙелһеҙлектәре, ҡылған гонаһтары менән) улар үҙҙәренә үҙҙәре золом итте.”  Ул ваҡытта ла төрлө һарайҙар, матур, ҙур биналар ғәрәптәргә мәғлүм ине. Ләкин бында ғәжәйеп биналар төҙөүселәр тураһында әйтелгән.

 Ул халыҡ та үҫешкән булған. Ҡулдарында кәрәҙле телефон булмаһа ла, компьютерҙар ҡулланмаһалар ҙа наҙан булмағандар. Ләкин был кешеләр стоунхедж төҙөй алғандар! Әлеге төҙөүселәр быны ҡабатлай алырҙармы? Үҫештең, тәрәҡҡиәттең юлын (векторын) Аллаһ билгеләй. Ул халыҡтарҙы төҙөүгә оҫта ҡылған, ә хәҙергеләрен техниканы уйлап табыуға, еңелләштереүгә йүнәлткән күрәһең Аллаһ Тәғәлә. Боронғоларҙан ҡалған яҙма йәдкәрҙәрен әле лә белеп бөтөрә алмау, уларҙың үҫешкән, аҡыллы халыҡ булыуына дәлил. Хатта был цивилизацияларҙан ҡалған ҡомартҡыларҙы хәҙерге кеше уҡыһа, аңлап та етмәүе мөмкин. Шикһеҙ был ҡырағай булмаған. Был халыҡтар тураһында Ҡөрьәндә үә пәйғәмбәребеҙҙең (ғ.с.) хәҙистәрендә күп тапҡыр әйтелгән. Әҙәм ғәләйһис-сәләм дә яратылғанда Ерҙәге бөтөн нәмәләрҙе  белеп яратылған. 

You can follow any responses to this entry through the RSS 2.0 feed.

Добавить комментарий

XHTML: You can use these tags: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <s> <strike> <strong>

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2019 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.