Выходит новая книга — Йәсин үә Тәбәрак (на башкирском языке)

       Хәҙрәти Ибн Ғәббәс әйткәнсә Йәсин сүрәһе Мәккәлә ингән. Был сүрәлә барыһы бергә 83 аят барҙыр. Был сүрәне мосолмандар шулай уҡ ҡайһы бер аяттарының ахырында осрай торған “мөбин“ һүҙенә ҡаратып 7 мөбин-өлөшкә бүләләр. Йәсин һүҙенең мәғәнәһен берһе лә белмәй. Юсуф Ғәли белдереүенсә был йә инсән һүҙенең ҡыҫҡартып алынған. Эй кеше тип тәржемә ителә. Замашхари белдереүенсә был үнәйсин һүҙенең ҡыҙҡартыған өлөшө. “Инсән” — “Кеше” һүҙенең кесерәйтеп әйтелеше. Мөхәммәд Әсәд белдереүенсә был һүҙ кеше мәғәнәһендә һәм бар пәйғәмбәрҙәрҙең дә кеше булыуын аңлата.

    من قرأ يس كتب له بقراءتها قراءة القرآن عشر مرات رواة الترمذى.

Хәҙрәти Әнәс әйткән:   “Расулүллаһ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: “Кем Йәсин сүрәһен уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәгә нәҡ ун мәртәбә Ҡөръән уҡып сыҡҡан кеше сауабын бирәсәк.“ Тирмиҙи риүәйәте.

عن عبد الله بْن عَبَّاسٍ قال: «مَنْ قَرَأَ يس حِينَ يُصْبِحُ، أُعْطِيَ يُسْرَ يَوْمِهِ حَتَّى يُمْسِيَ، وَمَنْ قَرَأَهَا فِي صَدْرِ لَيْلِهِ، أُعْطِيَ يُسْرَ لَيْلَتِهِ حَتَّى يُصْبِحَ». رواه الدارمي.

     Ғабдуллаһ ибну Ғәббәс (радыяллаһу ғәнһ риүәйәтендә), Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Кемдә кем “Йәсин” сүрәһен иртән уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә уға кискә ҡәҙәр көнөндә еңеллек бирер; ә төнөн уҡыһа, таң атҡансы уға Аллаһтан еңеллек булыр».                           

       Киләһе хәҙис хәҙрәти Әбү  Һурайранан тапшырылды, уның риүәйәте буйынса Рәсүл-әкрам саллаллааһу ғәләйһи үә сәлләм былай тип әйткән:

عن الحسن قال سمعت أبا هريرة يقول قال رسول الله صلى الله عليه وسلم: من قرأ يس في ليلة أصبح مغفور له ومن قرأ حم التي يذكر فيها الدخان في ليلة الجمعة أصبح مغفور له .مسند أبي يعلى

   “Кем булһала Йәсин сүрәһен төндә Аллаһтың ризалығына ирешәем тип уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәне төндә ғәфү итер үә кем “Ха мим”- де (Духан сүрәһен) йоманың төнендә уҡыһа Аллаһының мәғфирәтенә ирешер“.

  إن لكل شئ قلباً وقلب القرآن يس ومن قرأ يس كتب الله له بقراءتها قراءة القرآن عشر مرات

    Муғаҡҡил ибн Йәсирҙән тапшырылғанса, Рәсүл әкрәм (саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм): “Йәсин Ҡоръәндең йөрәге, Аллаһ  Тәғәләнең һәм Әхирәттә йәннәткә ирешәем тип уҡыған кешенең алдан ҡылған гонаһтары ғәфү ителер.

اقرؤوا يس على موتاكم

    Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: “Йәсин сүрәһен мәеттәрегеҙгә уҡығыҙ,- тип әйтә торган булган.

  عن أم الدرداء قال رسول الله صلى الله عليه وسلم :ما من ميت يُقرأ عليه سورة يس إلا هونّ الله عليه.

 Шулай уҡ, хәҙрәти Әбүд-Дәрдә тапшырҙы: “Әгәр берәй мәет янында Йәсин сүрәһе уҡылһа, ул мәеттең хәләте еңеләер“.

You can follow any responses to this entry through the RSS 2.0 feed.

Добавить комментарий

XHTML: You can use these tags: <a href="" title=""> <abbr title=""> <acronym title=""> <b> <blockquote cite=""> <cite> <code> <del datetime=""> <em> <i> <q cite=""> <s> <strike> <strong>

Subscribe: Entries | Comments

Copyright © DAGVAT.RU 2018 | DAGVAT.RU is proudly powered by WordPress and Ani World.